+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
26 Декабрь 2020, 10:30

“Төп бурыстарҙы берәү ҙә ғәмәлдән сығарманы”

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы Дәүләт советы һәм Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Стратегик үҫеш һәм милли проекттар советы ултырышында ҡатнашты. Уны видеоконференция тәртибендә ил Президенты Владимир Путин үткәрҙе.#ВладимирПутин

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы Дәүләт советы һәм Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Стратегик үҫеш һәм милли проекттар советы ултырышында ҡатнашты. Уны видеоконференция тәртибендә ил Президенты Владимир Путин үткәрҙе.
Төп тема – Президенттың “2030 йылға тиклемге осорҙа Рәсәй Федерацияһының милли үҫеш маҡсаттары тураһында”ғы Указын тормошҡа ашырыу. Ултырышты асып, Владимир Путин, коронавирус эпидемияһы бөтә дәүләттәрҙең тиерлек милли иҡтисады һәм социаль өлкәһе, кешеләр өсөн етди һынауға әүерелде, тип билдәләне.
– Беҙ ошо мәсьәләләргә төп иғтибарҙы йүнәлтәбеҙ, көстө һәм ресурстарҙы туплайбыҙ, – тине Президент. – Әммә быларҙың барыһы ла үҫештең көн тәртибен ғәмәлдән сығармай. Илебеҙ өсөн сифатлы итеп, өҙлөкһөҙ алға барыу стратегик, принципиаль, тормошсан мөһим әһәмиәткә эйә.
Дәүләт башлығы әйтеүенсә, бындай системалы эш бөтә кимәлдәге властан һәм төбәктәрҙән ҙур тырышлыҡ талап итә. Дөйөм милли ҡарарҙар ҡабул итеүгә Федерация субъекттарын күпләп йәлеп итеү өсөн Дәүләт советы яңы конституцион статусҡа эйә булды ла инде.
– Тормошобоҙҙоң бөтә төп өлкәләрендә йылдам, сифатлы үҙгәрештәргә өлгәшеү бурысын берәү ҙә юҡҡа сығарманы. Бөтә иғтибарҙы көн тәртибенә йүнәлтеү, көсөргәнешле эш, даими алға барыу – тап ошоға беҙ нигеҙләнергә, нәҡ ошоға баҫым яһарға тейешбеҙ, – тине Владимир Путин.
Ултырышта ҡатнашыусылар кешеләрҙең һаулығын һәм именлеген һаҡлау, уңайлы һәм хәүефһеҙ йәшәү мөхите булдырыу, лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт тәьмин итеү, эшҡыуарлыҡты уңышлы үҫтереү, һанлы үҙгәрештәр өлкәһендә милли маҡсаттарға өлгәшеүгә йүнәлтелгән сараларҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса фекер алышты.
Фото: glavarb.ru
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/T-p-buristar-i-ber----m-ld-n-si-armani-605797/
Читайте нас: