+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
30 Декабрь 2020, 12:16

Сәнәғәт предприятиелары үҫеше

Сәнәғәт предприятиелары үҫеше тураһында һөйләп, Урал аръяғында бындай бер нисә проектҡа урындағы халыҡтың ҡаршы сығыуына үҙ баһаһын бирҙе Радий Фәрит улы.

Сәнәғәт предприятиелары үҫеше тураһында һөйләп, Урал аръяғында бындай бер нисә проектҡа урындағы халыҡтың ҡаршы сығыуына үҙ баһаһын бирҙе Радий Фәрит улы. «Карьерҙар эшмәкәрлеге Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының ҡәтғи контроленә алынды. Әммә эшкәртеүгә лицензиялар биреү Башҡортостан вәкәләттәренә инмәй. Шулай ҙа һуңғы сиктә был предприятиелар БР Хөкүмәте, муниципалитеттар ризалығын алырға тейеш. Әгәр сәнәғәт объекты экологияға зыян килтерә икән, уларға эш башлауы ҡыйынлыҡтар тыуҙырасаҡ. Һәр осраҡты айырым ҡарарға, ыңғай һәм кире яҡтарын аныҡ билдәләргә кәрәк», — тине ул.
Әбйәлил халҡының ҡаршылыҡ белдереүе сәбәпле ҙур инвесторҙың объектты ҡалдырыуы тураһында ла әйтте: «Урындағы халыҡ карьер эшенә риза булмауы арҡаһында 46 миллиард һумлыҡ инвестициянан баш тартырға тура килде, был яңы эш урындары асылманы, тигән һүҙ. Шул уҡ мәлдә республика ир-егеттәре Себер тарафтарына вахтаға йөрөп эшләргә мәжбүр. Хәлде аныҡлау, инвесторҙар менән артабан диалог алып барыу өсөн референдум үткәрергә ниәтләйбеҙ».
Читайте нас: