-7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
11 Ғинуар 2021, 11:05

Таулы Ҡарабахтағы хәл-торош тураһында

Рәсәй Президенты Владимир Путин Көньяҡ Кавказдағы локаль бәрелеште иҫкәртеү тураһында кәңәшмә уҙғарҙы.#ВладимирПутин

Видеорежимда үткән кәңәшмәлә Хәүефһеҙлек советы секретары Николай Патрушев, сит илдәр эштәре һәм оборона министрҙары Сергей Лавров менән Сергей Шойгу, Федераль именлек хеҙмәте етәксеһе Александр Бортников ҡатнашты.
В. Путин халыҡ-ара мәсьәләгә әйләнгән Таулы Ҡарабах конфликтын туҡтатыу, ундағы тормошто яйға һалыу тураһында һүҙ алып барҙы. Бөгөн ул ошо һорау буйынса Әрмәнстан һәм Әзербайжан лидерҙары менән осрашасаҡ.
Әлеге көндә РФ миротворецтары 23 күҙәтеү пунктында эшләй, өйҙәренә ҡайтыусы ҡасаҡтар автобустары колонналарын оҙата, хәрби техниканың үтеүен тәьмин итә, биләмәне мина һәм снарядтарҙан таҙарта. Таулы Ҡарабахҡа РФ Ҡораллы Көстәре индерелгәндән алып, был хәүефле эштә бер сапер һәләк булған.
Фото: РИА яңылыҡтар хеҙмәте.
Читайте нас: