+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
13 Ғинуар 2021, 17:12

Путин Ҡарабахты үҫтереү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин, Әрмәнстан премьер-министры Никол Пашинян һәм Әзербайжан башлығы Илһам Әлиев Тау Ҡарабахын үҫтереү буйынса берҙәм ғаризаға ҡул ҡуйҙы.#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин, Әрмәнстан премьер-министры Никол Пашинян һәм Әзербайжан башлығы Илһам Әлиев Тау Ҡарабахын үҫтереү буйынса берҙәм ғаризаға ҡул ҡуйҙы.
«Был килешеүҙәрҙе тормошҡа ашырыу әрмән халҡына ла, әзербайжан халҡына ла, һис шикһеҙ, дөйөм алғанда, төбәккә лә, тимәк, Рәсәй Федерацияһы мәнфәғәттәренә лә файҙаға ғына буласаҡ», - тине Путин осрашыу йомғаҡтары буйынса.
Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, яҡтар Тау Ҡарабахында иҡтисади элемтәләрҙе һәм инфраструктура проекттарын үҫтереү буйынса өс яҡлы төркөм булдырыу тураһында килеште. Һүҙ аныҡ аҙымдар тураһында бара, тип билдәләй дәүләт башлығы. «Был маҡсатта эш төркөмө булдырыласаҡ, уны өс хөкүмәттең: Әзербайжандың, Әрмәнстандың һәм Рәсәйҙең вице-премьерҙары етәкләйәсәк», - тине ул.
Читайте нас: