Рәсәй Президенты Владимир Путин хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустинға 1 февралгә милли маҡсаттарға ирешеү буйынса берҙәм план проектын эшләп бөтөргә ҡушты. Пландың проектын Президент ҡарамағындағы Стратегик үҫеш буйынса советҡа ҡарауға ебәрәсәктәр.
Бынан тыш, дәүләт башлығы, берҙәм планға ярашлы итер өсөн, милли проекттарҙы һәм дәүләт программаларын төҙәтергә ҡушты. Был эш 1 апрелгә тиклем тамамланырға тейеш.
Яҡындағы ун йылға милли маҡсаттарға ирешеү буйынса берҙәм планды министрҙар кабинеты 2020 йылда эшләгәйне. Декабрҙә Президент уны нигеҙ итеп алып, үткән йылдың йомғаҡтарын иҫәпкә алып, эшләп бөтөргә ҡушты. Документ милли маҡсаттарҙы, проекттарҙы, дәүләт программаларын берләштерә, яҡын йылдарға уларға 39 триллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк.
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/
Фото: Михаил Климентьев / РИА Новости