-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
25 Ғинуар 2021, 10:35

Тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр 70 йәшкә тиклем эшләй ала

Рәсәй Президенты Владимир Путин дәүләт хеҙмәтендә эшләүселәргә ҡағылышлы тағы бер закон проекты тәҡдим итте.#ВладимирПутин

Уға ярашлы, Президент ҡарары менән тәғәйенләнгән хеҙмәттәрҙә эшләүселәргә 70 йәште тултырыу сәбәпле сикләүҙәр алына. Йәғни, әгәр дәүләт хеҙмәтендә эшләүсе етәксе үҙ эшен яҡшы башҡара, эффектив алымдар күрһәтә икән, ул 65 йәше тулыу айҡанлы хаҡлы ялға китмәй, 70 йәшкә тиклем хеҙмәтен дауам итә ала. Былтыр МГУ һәм СПбГУ ректорҙары өсөн дә йәш сикләүе оҙайтылғайны. Шулай уҡ РФ Конституция суды рәйесе өсөн эш буйынса йәш сикләүе юҡ — ул 2010 йылда уҡ алынды.
Читайте нас: