«Бөгөн ҡатмарлы шарттарҙа уҙған 2020 йылға йомғаҡ яһайбыҙ һәм алдағы йылға пландар билдәләп, иҡтисадты нығытыу, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү тураһында һөйләшәсәкбеҙ», — тине Радий Фәрит улы.
Һүҙҙе республика Башлығы коронавирус пандемияһынан башланы һәм был аңлашыла ла, сөнки уҙған йыл барыбыҙға ла вирус ҡуйған шарттарға яраҡлашып эшләргә тура килде. Уның сығышының төп тезистарына күҙ һалып үтәйек. «Республика заман ҡуйған ауыр һынауҙарҙан һәр ваҡыт лайыҡлы сыға белде. Пандемияға ҡаршы көрәштә беҙ федераль кимәлдә даими ярҙам тойҙоҡ һәм тәүге көндәрҙән үк кешеләрҙең һаулығын, ғүмерен һаҡлап ҡалыу буйынса ғәйәт ҙур эш башҡарҙыҡ. Сабыр, яуаплы була белгәндәре өсөн бөтә Башҡортостан халҡына рәхмәт белдерер инем. Ошо яуаплылыҡ арҡылы беҙ бөгөн ковид ҡуйған сикләүҙәрҙән сыға башланыҡ».
Бынан тыш, Р. Хәбиров пандемия осоронда фиҙаҡәр эшләгән медицина, мәғариф тармағы вәкилдәренә, медицина вуздары студенттарына, ирекмәндәргә, ҡыҫҡа ваҡытта ковид госпитален сафҡа индереүгә өлгәшкән төҙөүселәргә, үҙҡурсалау шарттарында халыҡты рухи аҙыҡһыҙ ҡалдырмай төрлө онлайн концерттар, конкурстар үткәргән мәҙәниәтселәргә рәхмәт әйтте һәм бөтәбеҙҙә лә иммунитет булһын өсөн, һис шикләнеүһеҙ яңы вакцина яһатырға саҡырҙы.
«Республика иҡтисады, сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, йылды юғары сәнәғәт индексы менән тамамлауын билдәләп, Башлыҡ төбәктә инвестпрограммалар уңышлы эшләүе хаҡында әйтте. Инвесторҙар ярҙамында ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырырға мөмкин булды».
«Һанлы индустрия үҫеше күҙәтелә, мәктәптәрҙе юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырыу дауам итә, сөнки беҙ дистанциялы уҡыуға күскәс, төпкөл ауылдарҙа йәшәгән балалар интернет селтәре булмау арҡаһында ҙур ҡыйынлыҡтар кисерҙе. Быйыл бөтә мәктәптәр һәм 500 фельдшер-акушерлыҡ пункты интернетҡа тоташасаҡ».
«Агросәнәғәт тармағы ла йылды уңышлы тамамлай алды, 177 миллиард һумлыҡ аграр продукция етештерелде, 10 миллиард һумдан ашыуға ауыл хужалығы техникаһы һатып алынды — был Рәсәйҙә иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе. Пандемия осоронда магазиндарҙа бер ниндәй тауар дефициты күҙәтелмәне, әммә урындағы аҙыҡ-түлекте өҫтөнлөклө итеү мәсьәләһен хәл итеү юлдарын эҙләргә кәрәк әле».
«100 меңдән ашыу ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртты. 2024 йылға тиклем алданған өлөшсөләр проблемаһын тулыһынса хәл итергә тейешбеҙ, был маҡсатта федераль бюджетта 6 миллиард һум күләмендә резерв һалынған. «Ауыл ипотекаһы» программаһы буйынса кредит алыусылар күп булды».
«Урал аръяғын үҫтереүҙең яңы стратегияһы буласаҡ. Уға ярашлы «Сибай — Сара» тимер юлы төҙөлөп, тауарҙы тура Ҡаҙағстанға оҙатыу мөмкин буласаҡ. Сибайҙа яңы электр подстанцияһы, райондарҙа 25 социаль объект, шул иҫәптән, Баймаҡта боҙ аренаһы, Аҡъярҙа бассейн һәм башҡалар төҙөлә. Әбйәлилдә ҡоро ҡатнашмалар етештереүсе «Цемикс» заводы асыла. Унда йылына 200 мең тоннаға тиклем аҡ цемент һәм 100 мең тонна микрокальцит етештереләсәк. Дөйөм инвестициялар күләме 14 миллиард һумға яҡын. Урал аръяғы райондары сәскә атасаҡ!»
«Автобус парктарын эҙмә-эҙлекле яңыртабыҙ. Ике йыл эсендә «Башавтотранс» предприятиеһына 723 яңы автобус алынды. Иҫке транспорт машруттарҙа булмаясаҡ. Электр транспортына ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Өфөлә туристик һәм канат юлдары проекты бар».
«Быйылғы йылды бушҡа Сәләмәтлелек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы тип иғлан итмәнек. Диспансеризация эше киренән башлана, ковид кисергәндәр өсөн шифаханалар базаһында реабилитация үҙәктәре эшләйәсәк, хоспис, кардиоүҙәккә хирургия корпусы, онкосирле балалар өсөн айырым дауахана һәм башҡа мөһим объекттар төҙөүҙе ниәтләйбеҙ».
«Үҫеү нөктәһе» үҙәктәрен асыу дауам итәсәк. БДИ-ны 100 балға тапшырыусылар һаны артыуы ҡыуаныслы. Ауыл еренә эшкә ҡайтыусы уҡытыусыларға миллион һумға тиклем гранттар ҙа бирелә».
«Өфөнөң юбилейына етди әҙерлек бара. Парктар, йылға буйы, күперҙәр ремонтлау, яңыларын асыу һәм башҡа ҙур эштәр көтөлә. Рәсәй Геройы исеме алған генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыласаҡ».
«Республикала туризмды үҫтереү яйға һалына. Башҡортостан халҡының теләге буйынса бөтә шихандарҙы үҙ эсенә индергән «Торатау» геопаркының сиктәре киңәйтеләсәк. Быға заявка биргәнбеҙ. Ә «Янғантау» геопаркы ЮНЕСКО селтәренә индерелде».
«Мин, республика Башлығы булараҡ, Башҡортостанда йәшәгән һәр кем өсөн, шул иҫәптән беҙҙе тәнҡитләүселәр өсөн дә, яуаплы. Тәжрибәле, күпте күргәндәр өсөн дә, йәштәр өсөн дә. Шуға ҡарамаҫтан, беҙ дөрөҫ юл һайлағанбыҙ һәм уны лайыҡлы үтербеҙ, тип ышанам. Берҙәмлекте нығытып, маҡсатҡа ынтылып һәм бер-беребеҙҙе хөрмәт итеп. Тырышҡан — ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тиҙәр. Ә беҙ — тырыштар. Ниндәй генә ҡыйынлыҡтар килеп тыумаһын, беҙ барыһын да булдырырбыҙ. Хыялдарҙы тормошҡа ашырырбыҙ!»
Р. МӨХӘМӘҘИЕВА әҙерләне.