Башлыҡтарҙың әңгәмәһе ярты сәғәт дауам итте. Кремлдең матбуғат секретары Дмитрий Песков белдереүенсә, В. Путин Америкалағы коллегаһын вазифаға тәғәйенләнеүе менән ҡотланы. Артабан улар ДСНВ килешеүен оҙайтыу тураһында һүҙ алып барҙы һәм ике яҡ өсөн дә мөһим булған көнүҙәк һорауҙар, атап әйткәндә, коронавирус пандемияһына ҡаршы көрәш, иҡтисади-сауҙа тармағы буйынса эшмәкәрлек, Украиналағы хәлдәрҙе көйләү һәм башҡалар телгә алынды.