+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
15 Февраль 2021, 11:30

Президентҡа һәр ваҡыттағыса һорауҙар күп булды

Ил етәксеһе Владимир Путин үткән аҙнала үҙәк матбуғат сараларының баш мөхәррирҙәре менән осрашып, әңгәмәләште#ВладимирПутин

Президентҡа һәр ваҡыттағыса һорауҙар күп булды, улар нигеҙҙә тышҡы һәм эске сәйәсәт, сит илдәр менән бәйләнештәр, тормош сифатына ризаһыҙлыҡ белдереү, хаҡтар артыуы һәм башҡалар тураһында барҙы.
Владимир Путин был әңгәмәлә, ниндәй генә хәл килеп тыумаһын, беҙ Донбасты ташламаясаҡбыҙ, тип белдерҙе.
Советтар Союзы тарҡалғандан һуң Рәсәйҙең донъя аренаһында дәрәжәһе артыуы һәм ошо арҡала беҙҙе туҡтатырға маташыусылар артыуы хаҡында ла һөйләне. «Әммә беҙҙә иң илһөйәр халыҡ йәшәй, һәм беҙ бер ваҡытта ла үҙ илебеҙҙе йәберһетеүгә юл ҡуймаясаҡбыҙ», — тине ул.
Һуңғы сыуалыштар ҙа пандемия шарттарында өйҙә ултырып, төрлө яңылыҡтарҙан арыу арҡаһында булды. «Ә һеҙ әйткән фигурант ул көнбайыш илдәре оҫта файҙаланған кеше», — тине Президент.
Читайте нас: