Осрашыуҙа Рәсәй һәм Ҡырғыҙстандың төрлө өлкәләрҙәге хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тураһында һөйләшеү алып барылды.
Владимир Путин, ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, күрешеп аралашыу мөмкинлеге булыуға шатланыуын белдерҙе.
— Беҙҙең илдәр араһында йылы мөнәсәбәттәр булдырылды. Рәсәйҙең һеҙҙең илдең сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрендә беренсе урын алып тороуына мин бик шат. Эске сәйәси хәлдәрегеҙҙе көйләйәсәгегезгә ышанып ҡалабыҙ, — тип белдерҙе Владимир Владимирович.
— Әлбиттә, Ҡырғыҙстан Президенты сифатында сит илгә беренсе сәфәремде һеҙҙән башлауым беҙҙең илдәр араһында ике яҡлы мөғәмәләләрҙең юғары дәрәжәлә булыуын раҫлай, — тине С. Жапаров. — Беҙ стратегик партнёрлыҡты һәм союздаш мөнәсәбәттәрҙе нығытырға иҫәп тотабыҙ. Пандемия менән бәйле ауыр ваҡытта ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт.