Рәсәйҙең бер нисә төбәгендә енәйәтселектең үҫеше билдәләнгән, тине Президент Владимир Путин Эске эштәр министрлығы коллегияһында. Дәүләт башлығы хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә бының сәбәптәрен асыҡларға ҡушты.
Путиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, IT-тармаҡта ла енәйәтселектең киҫкен үҫеше билдәләнгән. Алты йыл эсендә ул ун тапҡырҙан да артҡан. Шуға бәйле Президент Эске эштәр министрлығына интернетты күҙәтергә, банк берләшмәһе, интернет һәм кәрәҙле элемтә провайдерҙары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барырға ҡушты.