Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар фекеренсә, проект сиктәрендәге бушлай спорт секциялары ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙың буш ваҡытын файҙалы итеп ойошторорға булышлыҡ итәсәк. Йәш спортсылар өсөн билдәле шәхестәр менән осрашыу, психологик тренингтар һәм оҫталыҡ дәрестәре лә ҡаралған.
"Мин бындай йүнәлештәге проектта тәүге тапҡыр ҡатнашам, әммә йәш быуын менән даими эшләйем, тәжрибәм ҙур тип әйт алам. Үҙем 4 бала атаһы булараҡ балаларҙы бәләкәй саҡтан спортҡа йәлеп итеү яҡлымын. Сөнки спорт кешене физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да тәрбиәләй. Һынауҙар алдында бирешмәҫкә өйрәтә".
Джефф Монсон, джиу-джитс буйынса күп тапҡырҙар донъя чемпионы.