17 мартта Өфөлә Башҡортостан Башлығы, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров Рәсәй Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидаттар һайлап алыу өсөн алдан тауыш биреүҙе үткәреү буйынса ойоштороу комитетының беренсе ултырышын үткәрҙе.
– Бөгөн беҙ ҙур партия проектын – праймеризды башлайбыҙ. Алдан тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса иң лайыҡлы кандидаттарҙы тәҡдим итеү өсөн был эште бик яҡшы башҡарыу мөһим, – тине Радий Хәбиров. – 2020 йылда “Берҙәм Рәсәй” партияһы позицияларын нығытты, сөнки үҙен кешеләргә ысынлап та ярҙам иткән реаль көс итеп күрһәтте. Коронавирусҡа ҡаршы ауыр көрәш осоронда партия ағзаларының күбеһе ирекмән булып эшләне, тап беҙҙең партия халыҡҡа ауыр ваҡытты үткәрергә ярҙам итте.
Республика етәксеһе пандемия осоронда үҙен лайыҡлы күрһәткән ирекмәндәргә праймеризда әүҙемерәк ҡатнашырға тәҡдим итте.
Ултырышта ҡатнашыусылар алдан тауыш биреүҙе үткәреүҙең ойоштороу мәсьәләләрен тикшерҙе. Ойоштороу комитетына етәкселек иткән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, Башҡортостанда праймериз ҡатнаш система буйынса, шул иҫәптән онлайн тәртибендә уҙғарыла. Унда “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында теркәлгән кешеләр ҡатнаша ала. Улар Рәсәй гражданы булырға һәм Рәсәйҙә даими йәшәргә, суд хөкөмөнә тарттырылмаҫҡа, сит илдә активы булмаҫҡа, 21 йәше тулырға тейеш. “Берҙәм Рәсәй” ағзаһы булыу мотлаҡ түгел, иң мөһиме – башҡа партияға инмәү.
2 апрелдән 15 майға тиклем праймеризда ҡатнашыусыларҙың дебаттары үтә, 24 майҙа – алдан тауыш биреү. 1 июндә уның һөҙөмтәләре иғлан ителә. Праймериз мөмкин тиклем асыҡ система буйынса уҙғарыла – “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында теркәлгән һайлаусыларҙың бөтәһе лә тауыш бирә ала.
– Бөтә биләмәләрҙә лә интернет тотороҡло тип әйтеп булмай, айырыуса төпкөл ауылдарҙа. Беҙ быны аңлайбыҙ, – тине партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров. – Шуға күрә Башҡортостанда 30 майҙа 680 участкала туранан-тура өҫтәмә тауыш биреүҙе уҙғарыу мәсьәләһен федераль ойоштороу комитеты менән яраштырырға ниәтләйбеҙ. Участкаларҙы һәр муниципалитет үҙе билдәләй.
Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа киндидаттарҙың тулы исемлеге июнь уртаһында үткәрелгән партия съезында раҫлана.
“Башҡортостан” гәзите сайтынан