Владимир Путин Америка коллегаһы Джо Байден менән бөгөн, 19 мартта, йәки дүшәмбе, 22 мартта, һөйләшергә әҙер. Президент был һорауҙы оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа теләй.
Путин Рәсәй Сит ил эштәре министрлығына Джо Байден менән тура эфирҙа һөйләшеү мөмкинселеген булдырырға ҡушты. Был Рәсәй халҡы өсөн дә, Америка халҡы өсөн дә, ябай кешеләр өсөн дә ҡыҙыҡлы булыр ине, ти ул.