Сәйәсәт
6 Апреля 2021, 11:05

Һайлау кодексында үҙгәрештәр көтөлә

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары үҙҙәренең киләһе ултырышында республиканың Һайлау тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү мәсьәләһен ҡарарға йыйына.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары үҙҙәренең киләһе ултырышында республиканың Һайлау тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү мәсьәләһен ҡарарға йыйына. Уны ҡабул итһәләр, һайлаусыларға бер нисә көн дауамында (әммә өс көндән дә артыҡ булмаҫҡа тейеш) тауыш биреү мөмкинлеге тыуасаҡ. Ошондай ҡарар һайлау билдәләнгән көндән һуң ун көн эсендә ҡабул ителә һәм уға үҙгәреш индерелмәйәсәк.
Закон ҡабул ителһә, сентябргә билдәләнгән һигеҙенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһына һәм урындағы үҙидара вәкәләтле органдарына депутаттар һайлау яңы форматта уҙасаҡ.
Закон проектында күҙәтеүселәргә һәм һайлау алды өгөтләүен үткәреүгә талаптарға асыҡлыҡ индерелә. Үҙәк һайлау комиссияһының “Роскомнадзор” менән ҡануниәтте боҙған агитация материалдарын таратыуға юл ҡуймау буйынса сара күреү тәртибе көйләнә.
Читайте нас