Сәйәсәт
6 Апреля 2021, 11:05

Путин нацизмды реабилитациялау һәм ветерандарҙы мыҫҡыл итеү өсөн язаны арттырҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин нацизмды реабилитациялау һәм ветерандарҙы мыҫҡыл итеү өсөн язаны арттырыу тураһындағы закондар пакетына ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡи мәғлүмәттең рәсми порталында урынлаштырылған.#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин нацизмды реабилитациялау һәм ветерандарҙы мыҫҡыл итеү өсөн язаны арттырыу тураһындағы закондар пакетына ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡи мәғлүмәттең рәсми порталында урынлаштырылған.
Шулай, Нюрнберг трибуналы менән билдәләнгән факттарҙы кире ҡағыу, СССРҙың Икенсе донъя һуғышындағы роле тураһындағы ялған хәбәрҙәр өсөн өс йылға тиклем колония йәки өс миллион һумға тиклем штраф янай.
Хәрби дан символдарын һәм ветерандарҙы мыҫҡыл итеү өсөн дә шундай уҡ яза ҡаралған. Әгәр ҙә енәйәттәр төркөм менән алдан килешеү буйынса һәм киң мәғлүмәт сараларын ҡулланып башҡарылған икән, яза тағы ла ҡатылана: енәйәтсегә биш йылға тиклем колония йәки биш миллион һумға тиклем штраф янай. Бынан тыш, кеше биш йылға тиклем айырым бер вазифаларҙы биләү хоҡуғынан мәхрүм була, мәжбүри эштәр ваҡыты өс йылдан биш йылға тиклем арттырыла.
Тейешле закон проекттарын Дәүләт Думаһы 17 мартта ҡабул иткән, һуңыраҡ уларҙы Федерация Советы хуплаған. Үҙгәрештәр РФ Енәйәттәр кодексына һәм РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекска индерелә. Был үҙгәрештәрҙе индергәнгә тиклем Рәсәйҙә ветерандарҙы мыҫҡыл итеү өсөн енәйәти яуаплылыҡ юҡ ине.
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/
Фото: Алексей Дружинин / РИА Новости
#ВладимирПутин
Читайте нас