Рәсәй Президенты 5 апрелдә социаль селтәрҙә нацизмды аҡлаған һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһында ялған мәғлүмәт таратҡан өсөн биш йылға иректән мәхрүм итеү тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡи мәғлүмәттең рәсми интернет-порталында баҫылған.
Икенсе донъя һуғышы йылдарында СССР-ҙың эшмәкәрлеге, һуғыш ветерандары тураһында асыҡтан-асыҡ ялған мәғлүмәттәр таратҡан өсөн өс миллион һумға тиклем штраф ҡаралған. Уны өс йылға тиклем мәжбүри эш йәиһә өс йылға тиклем иректән мәхрүм итеү язаһы алмаштырыуы мөмкин.
Әгәр ҙә был хәл хеҙмәт вазифаһын файҙаланып, һүҙ ҡуйышып башҡарылһа йәиһә матбуғат саралары, интернет ярҙамында таратылһа, яза тағы ла ҡатыланасаҡ. Ватанды һаҡлаусыларҙың иҫтәлеген рәнйетеү, ветерандарҙың намыҫын кәмһетеү осраҡтарын закон ҡәтғи күҙәтәсәк, штрафтар күләме өс миллион һумдан биш миллион һумға тиклем тәшкил итәсәк.