Сәйәсәт
14 Апреля 2021, 05:39

Байден һәм Путин һумдың курсын нығытҡан

АҠШ һәм Рәсәй президенттары Джо Байдендың һәм Владимир Путиндың телефон аша һөйләшеүе тураһындағы хәбәрҙәр фонында Мәскәү биржаһында һумдың курсы нығыған.#ВладимирПутин

АҠШ һәм Рәсәй президенттары Джо Байдендың һәм Владимир Путиндың телефон аша һөйләшеүе тураһындағы хәбәрҙәр фонында Мәскәү биржаһында һумдың курсы нығыған. Был турала майҙансыҡтың мәғлүмәттәре һөйләй.
Мәғлүмәтте баҫтырған ваҡытта Мәскәү биржаһында долларҙың курсы 76,15 һумға тигеҙ булған. Быға тиклемге сауҙа сессияһын ябыу кимәле менән сағыштырғанда ул 1,2 һумға йәки 1,5 процентҡа кәмегән.
Евроның курсы 90,87 һумға тигеҙ булған, был 12 апрелдә ябылған сессия менән сағыштырғанда 1,33 һумға йәки 1,5 процентҡа кәмерәк.
13 апрелдә Байден Путин менән телефон аша һөйләшеп, яҡын арала «АҠШ менән Рәсәй араһындағы мәсьәләләрҙең тулы спектры буйынса фекер алышыу өсөн» нейтраль территорияла берҙәм саммит ойошторорға тәҡдим иткән.
Сығанаҡ: https://lenta.ru/
Читайте нас