«Бөгөнгө сығышым нигеҙҙә эске сәйәсәткә ҡағылышлы булыр, — тине ул һүҙ башлап. — Тәү сиратта былтырғы ваҡиғаларға күҙ һалып, ҡурҡыныс инфекция менән көрәштең нисек ҡоролошона баһа бирергә була. Дауаханаға һалыу мотлаҡ булған сирлеләр һаны ҡапыл артты һәм беҙ билдәһеҙлек менән осрашырға мәжбүр булдыҡ.
ИВЛ аппараттары, битлектәр, респираторҙар етмәне, реанимацияларға тәүлек әйләнәһенә эшләргә тура килде. Хатта аҙыҡ-түлек баҙарында дефицит барлыҡҡа килә яҙҙы.
Әммә дәңләт эпидемия масштабын күрә һәм хәлде контролгә ала алды. Дауаханалар госпиталь итеп үҙгәртелде, дарыуҙар алынды, битлектәр һатыуға сығарылды һ.б. Былар барыһы ла Рәсәйҙә йәшәгән миллионлаған халыҡтың нәтижәле хеҙмәт емеше».