«Президент Мөрәжәғәтнамәһен мин гел айырыуса бер шатлыҡлы тойғо менән көтәм, — тине был көндө Мәскәүҙә, «Манеж» залында булған Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. — Сөнки был сығышта беҙ илебеҙҙең киләсәге өсөн мөһим ҡарарҙар ишетәбеҙ, халыҡты яҡлау, тормош сифатын яҡшыртыу тураһында яңы юлдар өйрәнәбеҙ».
Шулай итеп, Владимир Владимирович Мөрәжәғәтнамәһендә ниндәй төп йүнәлештәрҙе билдәләне һуң? Мәҡәләнең исеменә Рәсәйҙең төп ҡоралдарының береһе һаналған «Сармат» баллистик ракеталар комплексын сығарһаҡ та (ил именлеге лә мөһим бит), һүҙ нигеҙҙә халыҡты яҡлау, хаҡтарҙы күтәрмәү, белем биреү системаһын нығытыу, балалы ғаиләләргә ярҙам итеү тураһында барҙы.
Һаулыҡ һаҡлау. Коронавирус пандемияһы шарттарында сәләмәтлек, медицина өлкәһе көнүҙәк тема булып ҡала әле. Был юлы ла Президент ҡурҡыныс инфекцияны ил нисек үткәреүе, уға ҡыҫҡа ваҡытта әҙерлек башҡарылыуын һөйләп, бөтә медицина хеҙмәткәрҙәренә фиҙаҡәрлеге өсөн рәхмәт белдерҙе. «Дауаханаларҙа койка-урындарҙы 280 меңгә арттырыуға өлгәштек, стационарҙар үҙгәртеп ҡоролдо, төбәктәрҙә ковидҡа ҡаршы госпиталдәр сафҡа инде — йоғошло ауырыу менән көрәштә беҙ алғы һыҙыҡҡа баҫтыҡ һәм вакцинаны ла иң тәүге булып уйлап таптыҡ. Рәсәй халҡын һаҡлап ҡалыу — иң өҫтөнлөклө йүнәлеш. Пандемия күптәрҙе аяҡтан йыҡты, һәләк итте, әммә беҙ төшөнкөлөккә бирелмәйбеҙ, медицинаны үҫтереүҙе, вакцина етештереүҙе дауам итәбеҙ. Кәңәшем шул — прививка яһатығыҙ. Күмәк иммунитет ҡына беҙҙе был сирҙән ҡотҡарыр. 1 июлдән бөтә йәштәге кешеләр өсөн диспансеризация саралары башланасаҡ, бының өсөн мобиль диагностика комплекстарын да йәлеп итергә кәрәк. Тәү сиратта йөрәк, ҡан тамырҙары сирҙәре булғандарҙы хәүеф төркөмөнә индереп, уларҙы дауалауҙы ҡәтғи контролгә алыу шарт, сөнки коронавирус иң беренсе йөрәккә һөжүм итә. Кешеләр илдең шифахана-курорттарында һаулығын нығыта алһын өсөн Рәсәй буйынса туристик сәйәхәттәрҙең 20 процентын ҡапларға тәҡдим итәм.
Һаулыҡты бәләкәйҙән нығытыу мөһим. Быйыл һәр бер ата-әсә балаһын йәйге лагерҙарға ебәрә алһын өсөн, лагерҙарға путевка хаҡының 50 процентын кире ҡайтарырға кәрәк. Олимпиадаларҙа, ирекмәнлек хәрәкәттәрендә, башҡа ижади платформаларҙа үҙен әүҙем күрһәткән йәштәргә лә туристик путевкаларҙы яртылаш түләү мөмкинлеге индереләсәк.Ашығыс медицина ярҙамы сифатын арттырыу маҡсатында өс йыл дауамында төбәктәргә өҫтәмә рәүештә 5 мең «Ашығыс ярҙам» машиналары ҡайтарыласаҡ. Кеше беренсе медицина ярҙамын кисекмәҫтән алырға тейеш — сираттарҙы бөтөрөгөҙ, диагностика ваҡытында башҡарылһын».
Социаль өлкә. «Халыҡты социаль яҡлау тармағында беҙ өр-яңы эш тәжрибәһе тупланыҡ. 28 миллиондан ашыу бала тәрбиәләнгән һәр бер ғаилә дәүләт ярҙамы алды. Бының өсөн улар ҡағыҙ тултырып, белешмә лә йыйып йөрөмәне. Һәм властың бөтә кимәлдәрендә лә кешегә ошондай ҡараш булырға тейеш. Инстанциялар буйлап йөрөү, белешмә көтөп тороу бөтһөн. Был айырыуса бәләкәй балаһы булған әсәйҙәргә ҡағыла — яңы тыуған сабыйын тотҡан ҡатын сиратта баҫып торорға тейеш түгел, бөтә структураларҙа, шул иҫәптән банктар менән үҙ-ара бәйләнеш булдырылһын. Кәрәк икән, улар белешмәне Пенсия фондынан, күп функциялы үҙәктән һәм башҡа урындан автоматик рәүештә алһын. Был мәсьәлә алимент юллауға ла ҡағыла.
Әле илдә 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге беренсе һәм икенсе балалар өсөн социаль түләмдәр башҡарыла. Ул айына уртаса 11300 һум. Рәсәйҙең 78 субъектында өсөнсө балаға түләмдәр ҡаралған. Бала тәрбиәләгән ғаиләләр ярлы йәшәргә тейеш түгел. Төрлө сәбәптәр арҡаһында баланы яңғыҙ үҫтергән атай һәм әсәйгә (8-ҙән 16 йәшкә тиклемге балаһы булған) 5650 һум күләмендә матди ярҙам күрһәтеләсәк. Бынан тыш ауыр тормош хәлендә ҡалған, йөклөлөк буйынса бәләкәй срокта иҫәпкә торған ҡатындар бәпесен аяҡҡа баҫтыра алһын өсөн 6350 һумлыҡ айлыҡ түләм тәғәйенләнә. Әсәлек капиталын түләү 2026 йылға тиклем дауам итә һәм уға тәүгә бәпәй табыусылар ҙа хоҡуҡлы. Бөгөн әсәлек капиталы, индексацияланып, 640 мең һум тәшкил итә.
Уҙған йылдың 1 ғинуарынан бәләкәй кластарҙа уҡыусылар өсөн мәктәп туҡланыуы яҡшырҙы.
Пандемия мәшғүллек буйынса ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙырҙы, күптәр эшһеҙ ҡалып, балаларын нисек ашатыу, ниндәй аҡсаға кейендереү кеүек мәсьәләгә килеп терәлде. Шуға күрә дәүләт ярҙамы быйыл да дауам ителә: август айында мәктәп йәшендәге балалары булған ғаиләләргә, шул иҫәптән быйыл балаһын беренсе класҡа оҙатасаҡ ата-әсәләргә 10 мең һум аҡса түләнәсәк.
2024 йыл аҙағынаса тағы 1300 мәктәп төҙөләсәк һәм дүрт йыл эсендә 16 мең өр-яңы мәктәп автобусы алынасаҡ. Балалар ташыусы транспорт заманса һәм хәүефһеҙ булырға тейеш. Класс етәкселәре ай һайын эш хаҡына өҫтәмә түләм алған кеүек, техникум һәм колледждарҙа эшләүсе кураторҙарға ла эш хаҡына 5 мең һум күләмендә түләм өҫтәргә тәҡдим итәм.
Алдағы ике йылда вуздарҙа бюджет урындарын 45 меңгә арттырасаҡбыҙ, 100 юғары уҡыу йортона студент технопарктары, бизнес-инкубаторҙар, лабораториялар асыу өсөн гранттар бүленәсәк».
Экология. «Климат үҙгәреүгә әҙер булыр өсөн сәнәғәт предприятиеларының атмосфераға ҡалдыҡтар сығарыуын кәметергә һәм даими мониторинг алып барырға кәрәк. Фән йылында был юҫыҡта ғалимдарға ҙур мөмкинлектәр асыла. Тәбиғәткә зыян килтергән предприятиелар өсөн яуаплылыҡ күләме артасаҡ. Ҡалдыҡтарҙы эшкәртеп өйрәнергә ваҡыт, ҡайҙа етте шунда сығарып ташлап ҡуйыу, һыуға ағыҙыу менән шөғөлләнергә түгел».
Торлаҡ. Шәхси төҙөлөш секторы, торлаҡ темаһына әйләнеп ҡайтып, Президент ғаиләләргә өйҙәренә газ индереү ҡыйбатҡа төшөүен билдәләне һәм Хөкүмәткә газды ер участкаһына тиклем һуҙыуҙы бушлай итеү тураһында ҡарар сығарырға ҡушты. Ҡунаҡханалар һәм туристик объекттар төҙөүгә ташламалы кредиттар биреләсәк. «Бындай кредиттар 15 йылға 3-5 процент менән буласаҡ,— тине ил башлығы. — Пилот проекттары булараҡ Кемеров өлкәһендә тау-саңғы үҙәген, Севастополдә курорт биләмәһен һәм Алтайҙа туриндустрияны үҫтереүҙе күҙ уңында тотабыҙ».