Украинаның вице-премьер-министры Алексей Резников әйтеүенсә, Украина лидеры Владимир Зеленский РФ Президенты Владимир Путиндың Мәскәүгә саҡырыуын ҡабул итә алмай.
Сәйәсмән һөйләшеүҙәрҙе Норманд форматында уҙғарырға кәрәк, тип белдерҙе һәм диалогта Франция менән Германия етәкселәре ҡатнашыуын һораны.
Быға тиклем Владимир Зеленский Путинға Донбаста осрашырға тәҡдим иткәйне. Ә Рәсәй башлығы бөтә һорауҙарҙы Мәскәүҙә ҡарарға була, тип яуапланы, шулай уҡ Украина Президенты тәүҙә Донецк һәм Луганск республикалары етәкселәре менән осрашып, һөйләшергә тейеш тине. ДНР башлығы Денис Пушилин да Зеленский менән осрашырға әҙер булыуын белдерҙе.
Әммә Киевта «был беҙҙең өсөн принципиаль мәсьәлә һәм беҙ үҙҙәрен үҙе иғлан иткән республикалар етәкселәре менән осрашырға йыйынмайбыҙ», — тинеләр.