Рәсәй Президенты Владимир Путин Һиндостандың премьер-министры Нарендра Моди менән телефон аша һөйләште. Әңгәмә барышында ул Нью-Делиға COVID-19-ға ҡаршы көрәштә ярҙам итергә вәғәҙә итте.
«Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы рейстары менән 22 тонна тейешле сара, шул иҫәптән кислород етештереү өсөн 20 берәмек йыһаз, 75 ИВЛ аппараты, 150 медицина мониторы һәм 200 мең ҡап дарыу препараттары ебәреләсәк», - тиелгән Кремль сайтындағы хәбәрҙә.
25 апрелдә Һиндостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы илдә бер тәүлек эсендә коронавирус менән ауырыусылар һанының дүртенсе көн рәттән рекорд ҡуйыуын белдергәйне, ул ваҡытта тәүлек эсендә 349,6 мең ауырыу осрағы теркәлгән. Был күрһәткес илдә COVID-19 пандемияһы башланғандан башлап иң ҙур һан.