Сәйәсәт
5 Мая 2021, 04:45

Израиль халҡына теләктәшлек белдереп

Израилдә дини байрам ваҡытында ҙур фажиғә булды.#ВладимирПутин

Мерон тауы янында дини сараға 100 меңдән ашыу кеше йыйылған була һәм күмәк кеше баҫымын күтәрә алмай, трибуна емерелеп төшә. Һөҙөмтәлә халыҡ араһында ғауға, бер-береһен тапап, ваҡиға урынынан тиҙерәк ҡасырға тырышыу башлана. Шул арҡала Мерон тауы итәгендә 45 кешенең ғүмере өҙөлә, 150-һе төрлө йәрәхәттәр ала.
2 май Израилдә матәм көнө булды. Ошо фажиғәгә бәйле, Рәсәй Президенты Владимир Путин Израилдең Премьер-министры Биньямин Нетаньяху исеменә ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһы ебәрҙе.
фото: Вести.
Читайте нас