Рәсәй Оборона министрлығы Төньяҡ флотты нығытып, Арктикаға өр-яңы һыу аҫты кәмәһе — 955 стратегик проекты сиктәрендә эшләнгән «Борей»ҙы ебәрергә ниәтләй. Кәмәләрҙе сафҡа индереү тураһында ҡарар март айындағы һуңғы диңгеҙ күнекмәләренән һуң ҡабул ителгән. Унда өс субмарина ҡатнашҡан һәм шуларҙың береһе — яңыртылған «Борей-А» проектының «Князь Владимир» атом һыу аҫты кәмәһе.