Рәсәй банктары яҡын киләсәктә торлаҡ кредиттары буйынса ставкаларҙы арттырасаҡ, тип белдерҙе АКРА финанс институттары рейтингтар төркөмө директоры Ирина Носова.
«Яҡын арала ипотека ставкаларының артыуын күрәсәкбеҙ, - тип иҫкәртте эксперт. – Яңы төҙөлгән йорттар өсөн ташламалы ипотека ваҡыты 1 июлдә сыға, бынан тыш, фондлау ҙа яйлап ҡиммәтләнә».
6,5 процентлы ташламалы ипотеканы Рәсәй Президенты Владимир Путин 2020 йылдың апрель уртаһында анонслағайны. Үткән март айында Үҙәк банк вәкиле Эльвира Нәбиуллина программаны өҫтәмә оҙайтыу өсөн шартты атаны. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, ташламалы ипотеканы 2021 йыл аҙағына тиклем һәм бары тик торлаҡты сафҡа индереү күләмдәре әҙ булған төбәктәрҙә генә оҙайтырға мөмкин.
Фото: Эмин Джафаров / «Коммерсантъ»