Сәйәсәт
30 Июня 2021, 12:04

Социаль селтәрҙәр өсөн ҡурҡмағыҙ!

Владимир Путин бөгөн халыҡ менән тура бәйләнеш үткәрә. Унда килгән һорауҙар ике миллиондан ашыу һәм йәшәйештең барлыҡ тармаҡтарына ла ҡағыла. Һорау биргәндәр араһында йәштәр ҙә бар, уларҙы социаль селтәрҙәр мәсьәләһе ҡыҙыҡһындыра ине.#ВладимирПутин

Владимир Путин бөгөн халыҡ менән тура бәйләнеш үткәрә. Унда килгән һорауҙар ике миллиондан ашыу һәм йәшәйештең барлыҡ тармаҡтарына ла ҡағыла. Һорау биргәндәр араһында йәштәр ҙә бар, уларҙы социаль селтәрҙәр мәсьәләһе ҡыҙыҡһындыра ине. Блогер егет Тик-ток, Телеграм, Твиттер, Ютуб һәм башҡа сит ил социаль селтәрҙәрен блокировкалау булмаҫмы тип борсолоуон белдерҙе.
– Беҙҙә бындай пландар юҡ. Бер кемде лә блокировкаларға йыйынмайбыҙ, – тине Владимир Путин. – Киреһенсә, улар менән эшләргә теләйбеҙ. Тик бында проблемалар бар. Беҙ уларҙан талаптарыбыҙҙы һәм Рәсәй ҡануниәтен үтәүҙе һорайбыҙ, ә улар тыңламай.
Президенттың фекеренсә, әгәр был социаль селтәрҙәр беҙҙең ил биләмәһендә аҡса эшләй икән, улар беҙҙең закондарға буйһонорға тейеш.
– Беҙ уларға балалар порнографияһын таратаһығыҙ, суицид буйынса инструкциялар бирәһегеҙ, Молотов коктейлдәрен эшләргә өйрәтәһегеҙ, улай ярамай, тибеҙ. Ә улар беҙҙе тыңламай һәм ишетергә лә теләмәй. Үҙен хөрмәт иткән бер ил дә улай эшләргә тейеш түгел бит. Был эш цивилизациялы алып барылырға тейеш, – тине ул.
Дәүләт башлығы ошондай халыҡ-ара платформаларға булған талапты әйтте: улар тулы кимәлдә эшләгән рәсми вәкиллектәр асырға тейеш. Әгәр был эшләнмәһә йәки асылған вәкиллектәр Рәсәй законы талаптарына ҡолаҡ һалмаһа, уларға ҡарата төрлө техник саралар ҡулланыласаҡ. Шул иҫәптән тиҙлекте кәметеү буйынса ла. Шулай уҡ ул Рәсәй социаль селтәрҙәрен үҫтерергә кәрәк тигән теләген белдерҙе.
Сығанаҡ: "Башинформ".
Фото: dev26.5bucks.ru
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас