Граждандар менән аралашыуҙы ошондай форматта үткәрергә ҡушты ил Башлығы, тип хәбәр итә Кремль сайты. Бындай аралашыуҙы Владимир Путин 2001 йылдан алып даими үткәрә. Һуңғы тапҡыр, 30 июндә, үткән халыҡ мөрәжәғәттәренә һәм һорауҙарына яуап биреү 3 сәғәт 42 минут барҙы. Әйткәндәй, ил Президентына килгән күпселек мөрәжәғәттәр урындағы власть кимәлендә хәл итерлек ине.