“Рәсәй Федерацияһының Дәүләт именлеге стратегияһын раҫларға.
Әлеге стратегияны ғәмәлгә ашырыу Рәсәй халҡын һаҡларга, кешелек потенциалын үҫтерергә, граждандарҙың тормош сифатын һәм байлығын арттырырға, илдең оборона һәләтен һәм Рәсәй йәмғиәтенең берҙәмлеген нығытырға, ил күләмендә үҫеш маҡсаттарына ирешергә, Рәсәй Федерацияһының көндәшлеккә һәләтлелеген һәм халыҡ-ара дәрәжәһен күтәрергә ярҙам итәсәк”, — тиелә документ резолюцияһында.
Указ уға кул ҡуйылған көндән көсөнә керә.
Фото: kremlin.ru