Яҡын йылдарҙа министрҙар кабинетының ниндәй башланғыстары Рәсәй халҡының тормошон яҡшыртыр?
Рәсәй Хөкүмәтенең сираттағы кәңәшмәһендә вакцинация темпын күтәреү мәсьәләһе ҡаралды. Эксперттар билдәләүенсә, Рәсәйҙә был процесс яй бара. Мәҫәлән, Великобританияла халыҡтың 68 проценты вакцина яһатҡан. Унда Рәсәйгә ҡарағанда ауырыусылар һаны күберәк булһа ла, үлеүселәр күпкә аҙыраҡ.
Президент шулай уҡ Рәсәй төбәктәрен ялмап алған урман янғындарына ла иғтибар итте.
«Янғындар бөтәһен дә борсой, күп төбәктәрҙә йәй эҫе тора. Был миҙгелдә янғындан Яҡутстан айырыуса зыян күрә. Янғынға бәйле, шул иҫәптән, һауаға бәйле ҙур экологик зыян күрелә. Яҡутстанда, мәҫәлән, әле тын алыуы ауыр, бөтә нәмә төтөн аҫтында. Шуға күрә кеше йәшәгән урындарҙы тиҙерәк һүндерергә кәрәк», — тигән фекерҙә хөкүмәт етәксеһе.