Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһына закон проекттарын ҡабул итеү, үҙгәртеү йәки көсөнән сығарыу буйынса закон сығарыу органдары тикшереүенә сығарыу хоҡуғын биреү планлаштырыла
Был положение республика Конституцияһының яңыртылған тексында сағылыш табасаҡ. Депутаттар тәүге уҡыуҙа законды ҡабул иткән дә инде. Әле документҡа үҙгәрештәр индереү өҫтөндә эш бара.
“Республиканың Йәмәғәт палатаһы граждандар йәмғиәтенең мөһим институты булып бара, — тине Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. — Бөгөн ул бәхәс майҙансығы ғына түгел, ә мөһим мәсьәләләр буйынса йәмәғәт фекерен белдереүсе һәм ғәмәлдәге демократия ҡоралы.
К. Толкачев аңлатыуынса, закон проекттарын власть органдары тикшереүенә сығарыу хоҡуғы Йәмәғәт палатаһына яңы этәргес көс бирәсәк һәм уға сәйәси абруй өҫтәйәсәк. Һөҙөмтәлә Башҡортостанда граждандарҙың әүҙемлеге күтәреләсәк һәм граждандар институтының роле көсәйәсәк.
Яңы закон проекты буйынса төбәктә закон проекттарын закон сығарыу органдары тикшереүенә сығарыу хоҡуғына Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары һәм уның даими комитеттары, Башҡортостан Башлығы, республика Хөкүмәте, Конституция суды, Үҙәк Һайлау комиссияһы, БР Профсоюздар федерацияһы, Башҡортостан прокуроры, урындағы үҙидаралыҡтың вәкәләтле органдары, граждандар һәм уларҙың берекмәләре, шулай уҡ төбәктең йәмәғәт палатаһы эйә буласаҡ.