Сәйәсәт
7 Августа 2021, 02:01

Донъялағы иң замансаның береһе

Инвестор – “Ласселсбергер” компанияһын ойоштороусы Йозеф Ласселсбергер заводты асыу тантанаһындағы телмәрендә Башҡортостан етәкселегенә үҫеш өсөн уңайлы шарттар булдырғанға рәхмәт әйтте.

Донъялағы иң замансаның береһеДонъялағы иң замансаның береһе
Донъялағы иң замансаның береһе

Инвестор – “Ласселсбергер” компанияһын ойоштороусы Йозеф Ласселсбергер заводты асыу тантанаһындағы телмәрендә Башҡортостан етәкселегенә үҫеш өсөн уңайлы шарттар булдырғанға рәхмәт әйтте. Республикала етештереүҙе киңәйтеү ҡарарын әйтеп, Ырымбур, Силәбе һәм Мәскәү өлкәһендәге яңы заводтар менән берлектә Сибай ҡалаһында ла асыласағын белдерҙе. Беҙҙең районда асылған заводты Йозеф Ласселсбергер донъялағы иң замансаһының береһе тип атаны.
“Һуңғы йылдарҙа беҙ фантастик завод булдырып ҡына ҡалманыҡ, ә Башҡортостан Республикаһының һоҡланғыс үҫешенә шаһит та булдыҡ. Иҡтисади күтәрелеш һәр бер аҙымда тойола. Беҙҙең предприятие ла быға үҙ өлөшөн индерә алыуына мин бик шатмын”, – тине ул.
Йозеф Ласселсбергер һөйләүенсә, компанияла 1300 кеше хеҙмәт итә. Илдең төрлө мөйөштәренән килгән был талантлы кешеләргә квалификация күтәреү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған.
Билдәле булыуынса, “Ласселсбергер” компанияһы төҙөлөш һәм биҙәү материалдары етештерә. Рәсәй баҙарында улар 20 йылдан ашыу эшләй. Башҡортостандығы тәүге филиалдары 2006 йылда Өфө янында барлыҡҡа килде, бында керамик плитә етештереү заводы эшләй.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас