Сәйәсәт
10 Августа 2021, 10:06

Владимир Путин — Әбйәлилдә

Уҙған аҙнала республика һәм райондың ижтимағи-сәйәси тормошонда ҙур ваҡиға булды. Әбйәлилгә беренсе тапҡыр Рәсәй Президенты килде. Рәсәй һәм Башҡортостан етәкселәре ил тарихындағы тәүге заманса юғары технологиялы «Цемикс» заводын асыуҙа ҡатнашты.

Уҙған аҙнала республика һәм райондың ижтимағи-сәйәси тормошонда ҙур ваҡиға булды. Әбйәлилгә беренсе тапҡыр Рәсәй Президенты килде. Рәсәй һәм Башҡортостан етәкселәре ил тарихындағы тәүге заманса юғары технологиялы «Цемикс» заводын асыуҙа ҡатнашты.

Ҙур сәнәғәт предприятиеһына старт бирелде
— Бөгөн һеҙҙең менән бергә булыуыма һәм уңышлы ҙур инвестиция проектын тормошҡа ашырыу менән ҡотлай алыуыма бик шатмын. Был Рәсәй менән Австрия араһындағы тығыҙ инвестиция хеҙмәттәшлегенең яҡшы өлгөһө. Төҙөүселәрҙе, технологтарҙы, заводты үҫтереүҙә ҡатнашҡан бөтә кешеләрҙе ҡотлайым. Һеҙҙең тауар илдең төҙөлөш тармағында ҙур ихтыяж менән файҙаланыр, тип ышанам. Был тармаҡ әүҙем үҫешә һәм бында беҙҙең пландар ҙур. Шуныһы мөһим, заводта алдынғы технологиялар һәм иң яҡшы донъя практикалары ҡулланылған, етештереү процесы иң юғары тәбиғәтте һаҡлау стандарттарын үтәп, экологик талаптарға ярашлы башҡарыуҙы күҙаллай, — тине Владимир Путин.
Видеобәйләнеш аша тантанала ҡатнашыусылар алдында Австрияның федераль канцлеры Себастьян Курц та сығыш яһаны.
Илебеҙ өсөн яңы һәм үҙенсәлекле завод «Lasselsberger» Австрия холдингының предприятиеһы булып тора. Был холдинг иһә төҙөлөш һәм сеймал материалдарын етештереүсе булараҡ киң билдәле.
Заводты төҙөү 2018 йылда башланды, дөйөм инвестициялар күләме 5,7 миллиард һум тәшкил итте. Бында дөйөм алғанда 220 эш урыны булдырыласаҡ, әле заводта 145 кеше эшләй.
Киләсәктә бында йылына 100 мең тонна микрокальцит (эзбиз ташы вағы) һәм шулай уҡ 100 мең тонна төҙөлөш ҡатнашмалары етештереләсәк. Предприятиеның етештереү ҡеүәте — йылына 240 мең тонна, был күләм тулыһынса импортты алмаштырыу һәм илдең ихтыяжын ҡаплау мөмкинлеген бирәсәк. Әлегә Рәсәйҙә булған етештереүселәр аҡ цементҡа булған ихтыяждың өстән бер өлөшөн ҡаплай, ә 60 проценттан ашыуы экспортҡа тура килә.
Быға тиклем ауыл хужалығы районы һаналған Әбйәлил районы тарихта тәүге тапҡыр ҙур сәнәғәт тармағына аяҡ баҫты. Башҡортостан заводының төп өҫтөнлөгө — файҙаланылған технологияла. Бында цементты еүеш түгел, ә ҡоро ысул менән етештерәсәктәр. Был күпкә замансараҡ технология, ул тауарҙың үҙҡиммәтен 30 процентҡа кәметеү мөмкинлеген бирәсәк. Етештереүҙең ошо юлы шулай уҡ зыянлы ташландыҡтар күләмен 10 тапҡырға аҙайтыу һәм предприятиеның тәбиғәт менән тирә-яҡ мөхиткә зыянын мөмкин тиклем кәметеү мөмкинлеген дә бирә. Аҡ цементтан тыш, предприятие төҫлө тротуар плитәһен һәм фасад плитәһен етештерәсәк.
Инвестор — «Ласселсбергер» компанияһын ойоштороусы Йозеф Ласселсбергер заводты асыу тантанаһындағы телмәрендә үҫеш өсөн уңайлы шарттар булдырған Башҡортостан етәкселегенә рәхмәт белдерҙе. Республикала етештереү кимәлен арттырыу күҙалланыуын әйтеп, Ырымбур, Силәбе һәм Мәскәү өлкә-һендәге яңы заводтар менән бер рәттән Сибай ҡалаһында ла завод асыласағын белдерҙе. Беҙҙең райондағы «Цемикс» заводын Йозеф Ласселсбергер донъялағы иң замансаһының береһе тип атаны.
— Һуңғы йылдарҙа беҙ фантастик завод булдырып ҡына ҡалманыҡ, ә Башҡортостан Республикаһының һоҡланғыс үҫешенә шаһит та булдыҡ. Иҡтисади күтәрелеш һәр аҙымда тойола. Беҙҙең предприятие ла быға үҙ өлөшөн индерә алыуына мин бик шатмын, — тине инвестор.
Йозеф Ласселсбергер белдереүенсә, компанияла 1300 кеше хеҙмәт итә. Илдең төрлө мөйөштәренән йыйылған кешеләргә квалификация күтәреү өсөн бөтә шарттар булдырылған.
Рәсәй баҙарында улар 20 йылдан ашыу эшләй. Башҡортостандағы тәүге филиалдары 2006 йылда Өфө янында барлыҡҡа килде, бында керамик плитә етештереү заводы эшләй.

Дәүләт башлығы менән осрашыу
Ил Президенты Владимир Путин тантананан һуң Әбйәлил районы хакимиәте һәм завод хеҙмәткәрҙәре менән осрашты. Улар үҙҙәре өсөн мөһим һорауҙар бирҙе.
Хакимиәттең әйҙәүсе белгесе Розалия Булатова Владимир Путиндан бушлай газ үткәреү, атап әйткәндә Дауыт ауылына газ үтеү тураһында һораны. Дәүләт башлығы белдереүенсә, ауыл-ара газ үткәргестәр янындағы йорттарға бушлай газ индереү эштәре 2022 йылдың аҙағына тиклем тамамланырға тейеш.
— Бында һүҙ ауыл аша торбалар үткән тораҡ пункттар тураһында бара. Ошо торбанан алып йортҡа тиклем газ бушлай үткәрелергә тейеш. Участка эсендәге барлыҡ эштәр — милексе иҫәбенә. Тик бында ла сығымдарҙы кәметеү өсөн Хөкүмәт ҡарары әҙерләнә. Өй эсенә газ үткәреү шарттары, уға хаҡтарҙы бер кимәлдә тотоуҙы күҙаллай. Был газ үткәреүҙә ҙур ярҙам буласаҡ. Федераль оператор һайланды, ул — «Газпром», тик төбәк операторҙар әлегә күп урындарҙа билдәләнеп бөтмәгән. Яҡын арала был эшләнер тип ышанам, – тине Владимир Путин.
Радий Хәбиров был яуапҡа аныҡлыҡ индерҙе: «Башҡортостанда төбәк операторы һайлап алынған. Ул — «Межрегионгаз».
— Беҙ төбәк штабы булдырҙыҡ. «Межрегионгаз» был эш менән шөғөлләнә башланы. Финанслау сығанағын һәм этап буйынса торбаны йортҡа тиклем алып барып еткереүҙе билдәләнек. Бар ҡарарҙар ҙа ҡабул ителгән, — тине Радий Хәбиров. Һеҙ һораған ауыл буйынса — унда торба бар, беҙ унда газды алып барып еткерәбеҙ.
Һөйләшеүҙә күтәрелгән тағы бер мөһим тема — шәхси йорттар төҙөү өсөн ташламалы ипотека.
— Шәхси торлаҡ төҙөгән саҡта ташламалы ипотеканы булдырырға кәрәк тип иҫәпләйем. Хөкүмәттә бындай ҡарар бар һәм ул ҡабул ителгән. Әйткәндәй, ул ике йүнәлеш буйынса файҙаланыла ала: йорт һатып алыу өсөн дә, төҙөү өсөн дә. Был осраҡта юридик ойошма йәки шәхси эшҡыуар менән тейешле килешеү төҙөлөргә тейеш, — тине Владимир Путин был һорауға яуап биреп.

Владимир Путин Радий Хәбиров менән эшлекле һөйләшеү уҙғарҙы
«Минең өсөн «инвестиция» тигән һүҙҙәр янында һәр ваҡыт «ышаныс» тигән һүҙ ҙә тора. Әгәр ышаныс бар һәм һине ихтирам итәләр икән — кеше һәм ир-ат булараҡ, әйткән һүҙеңә ышанһалар, шул саҡта инвестициялар киләсәк. Беҙ хатта пандемиялы йылда ла плюс 19 процент күрһәткесе менән сыға алдыҡ. Быйылғы йылдың аҙағына ла ҙур потенциал менән сығасаҡбыҙ. Мин Президентҡа беҙҙә инвестицияларҙың абсолют күләме 365 миллиард һум булыуын еткерҙем. Тик ысынбарлыҡта — был беҙҙеке кеүек ҙур, техник яҡтан көслө һәм сәнәғәт йәһәтенән үҫешкән республика өсөн күп түгел. Беҙҙең маҡсат — 650 миллиард һум. Был һандарға ышаныслы ҡарайбыҙ, сөнки Президент ярҙамы менән «Газпром Нефтехим Салауат» предприятиеһы нигеҙендә ике яңы завод төҙөләсәк. Унда инвестиция күләме триллион һум самаһы буласаҡ. Президент был турала белә һәм ул беҙҙе «Газпром» ярҙамы һәм ресурстары менән тәьмин итте», — тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе Владимир Путин менән осрашҡан саҡта унан карбон полигондары төҙөү мәсьәләһендә ярҙам һораған.
«Мин беҙҙең республиканың Рәсәйҙә махсус карбон полигондарын булдырыу, углеводородты нейтрализациялау методикаһын эшләүҙә федераль эксперимент үткәреү өсөн икенсе төбәк булыуын һораным. Ҡарап тороуға ҡатмарлы кеүек тойолһа ла, ысынбарлыҡта был ябай әйберҙәр һәм дүрт йылдан бының өсөн беҙҙең предприятиеларға ҙур аҡсалар түләйәсәктәр», — тине Башлыҡ.
Бынан тыш, Радий Хәбиров Президентҡа Башҡортостанда ҙур Евразия ғилми белем биреү үҙәге, ҙур университет, кампус төҙөү эштәре хаҡында ла һөйләгән.
«Дөйөм алғанда, һөйләшеү бик позитив булды. Шулай уҡ мин коронавирусҡа бәйле хәл тураһында ла еткерҙем. Был мәсьәлә беҙҙе борсой һәм беҙ уны иғтибар үҙәгенән ысҡындырмайбыҙ. Ныҡышлыҡ һәм сабырлыҡ өлгөһө күрһәткән табиптарға рәхмәтле булыуыбыҙҙы белдерҙем», — тине Башҡортостан етәксеһе.

Владимир Путин — Әбйәлилдә
Владимир Путин — Әбйәлилдә
Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас