Иртәгә, 8 сентябрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров журналистарҙың һәм Башҡортостан халҡының һорауҙарына «тура эфир»ҙа яуап бирәсәк. Һорауҙарығыҙҙы Радий Фәрит улының социаль селтәрҙәрендәге сәхифәләрендә ҡалдырырға йәки https://glavarb.ru/ сайтына ебәрергә мөмкин. Матбуғат конференцияһын 19 сәғәттә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Башкортостан 24», «Вся Уфа», «Сәләм» каналдары күрһәтәсәк. Социаль селтәрҙәрҙә онлайн трансляция барасаҡ.