Һайлау мәсьәләһе Башҡортостан Башлығы үткәргән оператив кәңәшмәлә тикшерелде. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко әйтеүенсә, төбәктә 69 төбәк һайлау комиссияһы, 3403 участка һайлау комиссиялары эшләйәсәк, шул иҫәптән дауаханаларҙа, тикшереү изоляторҙарында, тимер юлы вокзалдарында 39 участка эш алып барасаҡ..
Тауыш биреү биналары стационар һәм күсмә йәшниктәр, тауыш биреү кабиналары, кәрәкле мебель, сейфтар, видеокүҙәтеү йәки видеотеркәү саралары менән тәьмин ителгән. 230 һайлау участкаларында бюллетендәрҙе эшкәртеү комплекстары — КОИБ-тар ҡуйылған.
Санитар-эпидемиологик хәүефһеҙлекте күҙәтеү маҡсатында участка комиссиялары ағзаларына һәм һайлаусыларға шәхси һаҡланыу саралары биреләсәк.
Һайлау бюллетендәре төбәк комиссияларға ебәрелгән, 15 сентябрҙя улар участка комиссияларына таратыласаҡ.
Өс көн дауамында — 17, 18 йәки19 сентябрҙә һайлау участкаһына килеп, үҙ тауышыңды бирергә була. Участка комиссиялары иртәнге сәғәт 8-ҙән 20 сәғәткә тиклем эшләй.
—Илебеҙ һәм республика өсөн мөһим ваҡиға. Беҙ уны ойошҡанлы һәм законға ярашлы үткәрергә тейешбеҙ, — тине Радий Хәбиров. — Беҙҙең дөйөм бурыс — өс көн барған һайлауҙарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү.