Сәйәсәт
17 Сентября 2021, 06:50

Өс көн дауамында тауыш бирергә була

Башҡортостанда өс көн дауамында  һайлау участкалары иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй.

Башҡортостанда өс көн дауамында  һайлау участкалары иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. Республикала йәшәүселәр 3 403 һайлау участкаһында, шул иҫәптән дауаханаларҙа, һаҡ аҫтында тотоу урындарында, шифаханаларҙа, вокзалда, ҡарттар йорттарында тауыш бирергә мөмкин.

Һайлауҙа республикала 3 миллиондан ашыуыраҡ кеше ҡатнаша, уларҙың 43 меңе тәүге тапҡыр үҙҙәренең һайлау хоҡуғынан файҙалана.

Башҡортостанда, Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙан тыш, 29-сы Талбазы, 43-сө Красный Холм, 55-се Беүә һайлау округтары буйынса Дәүләт Йыйылышы депутаттарын өҫтәмә һайлау, Өфө, Бөрө һәм Белорет ҡала советтарына һайлау, шулай уҡ Әбйәлилдә Амангилде, Йәнгел ауыл Советтарына өҫтәмә депутаттар һайланасаҡ.  

 

Өс көн дауамында тауыш бирергә  була
Өс көн дауамында тауыш бирергә була
Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас