Сәйәсәт
18 Сентября 2021, 14:15

Һайлауҙың икенсе көнө аҙағына яҡынлаша

812-се Хәлил участка һайлау комиссияһында ике көн йомғаҡтары буйынса әлеге ваҡытҡа 96 кеше тауыш биргән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һайлауҙың  икенсе көнө аҙағына яҡынлашаҺайлауҙың  икенсе көнө аҙағына яҡынлаша
Һайлауҙың икенсе көнө аҙағына яҡынлаша

Һайлауҙың сираттағы икенсе көнө аҙағына яҡынлаша. 812-се Хәлил участка һайлау комиссияһында ике көн йомғаҡтары буйынса әлеге ваҡытҡа 96 кеше тауыш биргән. Һайлау тыныс шарттарҙа бара, музыка уйнай.

  • Кисә 63 һайлаусы гражданлыҡ бурысын үтәһә, бөгөн 33 кеше тауыш бирҙе. Өйҙә тауыш биреүселәр һаны - 27. Хәлил һайлау участкаһында бөтәһе 837 граждан теркәлгән.Төп халыҡ массаһы иртәгә килер,тип ышанабыҙ. Комиссия ағзалары иртәгә шулай уҡ Хөсәйен ауылына бара. Унда беҙҙең 14 һайлаусы иҫәпләнә, - ти комиссия рәйесе Илдар Ғәбитов.
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас