

Биләмәлә 5 участка һайлау комиссияһы эшләй – Йәнгел, Атауҙы, Таштуй, Первомай, Әүнәш. Иң ҙуры – 819-сы Йәнгел һайлау участкаһы. Бында исемлек буйынса 977 һайлаусы теркәлгән. 200-гә яҡын кеше өйҙә тауыш биреү хоҡуғы менән файҙаланған. Шулай ҙа күпселек участкаға барып һайлауға өҫтөнлөк бирә. Бер ыңғайы ауылдар үҙәгендә ойошторолған сараларға тамаша ҡыла. Атауҙыла, Таштуйҙа көҙгө йәрминкәләр гөрләгән. Йәнгелдә бөгөн “Картуфҡа дан!” тигән байрам уҙғарылған, картуф ризыҡтары күргәҙмәһе, сауҙа итеү ойошторолған.
- Бөгөн 15 сәғәттәге иҫәпләүҙәр буйынса, Йәнгел ауыл биләмәһе буйынса һайлаусыларҙың яҡынса 60 проценты тауыш биргән, - ти биләмә башлығы Рөстәм Ҡадиров.