Сәйәсәт
20 Сентября 2021, 05:45

Һайлау ойошҡанлы үтте

Кисә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров “Һайлау —2021”йәмәғәт матубғат үҙәгендә үткән “Һайлау төнө”ндә ҡатнашып, журналистарҙың, блогерҙарҙың, йәмәғәтселектең һорауҙарына яуап бирҙе һәм өс көн дауамында барған һайлауға яҡынса йомғаҡ яһаны.

Кисә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров “Һайлау —2021”йәмәғәт матубғат үҙәгендә үткән “Һайлау төнө”ндә ҡатнашып, журналистарҙың, блогерҙарҙың, йәмәғәтселектең һорауҙарына яуап бирҙе һәм өс көн дауамында барған һайлауға яҡынса йомғаҡ яһаны.

  Радий Хәбиров Башҡортостанда һайлауҙың нисек үтеүенә ҡәнәғәтлеген белдерҙе. «Республикала һайлау лайыҡлы уҙҙы, халыҡтың 70 проценты тауыш бирҙе. Барыһы ла ойошҡанлы һәм лайыҡлы үтте, күпселек муниципалитеттарҙа һайлау байрам кеүек булһын өсөн бөтәһен дә эшләргә тырыштыҡ», — тине Радий Хәбиров.

Уның һүҙҙәренсә, экзитпол мәғлүмәттәре «Берҙәм Рәсәй»ҙең еңеүен күрһәтә, уның өсөн Башҡортостан һайлаусыларының 60 проценты  тауыш биргән, республикала икенсе урында — КПРФ, өсөнсөлә — ЛДПР.

Башҡортостандан Дәүләт Думаһына һайланған депутаттарҙың мөһим бурысы булып төбәк мәнфәғәттәренә ҡағылышлы файҙалы инициативаларҙы хуплау икәнлеген белдерҙе Башҡортостан Башлығы.

–Былар, мәҫәлән, республика Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай тәҡдим иткән закон проекттары булырға мөмикн, — тине Радий Хәбиров. — Буласаҡ парламентарийҙар оло тормош тәжрибәһенә эйә, уларҙың Башҡортостан мәнфәғәтендә һөҙөмтәле эшләренә ышаныс ҙур.

— Беҙҙең ил бер, республика ла бер. Шуға күрә барыбыҙ бергә үҫеш юлынан алға барырға тейешбеҙ, — тине төбәк Башлығы. — Һайлауҙа ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт белдерәм.

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас