

—Һайлауға һәр кем барып үҙ фекерен белдерергә тейеш, минеңсә. Бына мин, оло йәштә булһам да, һайлау участкаһына үҙем барып тауыш биреүҙе хуп күрәм. Был юлы ла мөһим сәйәси ваҡиғанан ситтә ҡалманым. Әлбиттә Дәүләт Думаһына депутат булып үткәндәрҙән ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр көтәм. Уларҙың үҙҙәренең һайлау алды программаларында булған социаль проекттарҙы бойомға ашырыуҙа әүҙем эшләрҙәренә ышанам