

—Һайлауҙың өс көн дауамында ойошторолоуы бик уңайлы тип иҫәпләйәм, — ти педагогик хеҙмәт ветераны Мәүлиҙә Сабитова. — Был, айырыуса, эшләп йөрөгән кешеләргә уңайлы. Икенсенән, пандемия мәлендә халыҡтың һайлау участкаларына аҙлап килеүенә булышлыҡ итте. Әлбиттә, яңы депутаттар корпусынан һаулыҡ һаҡлауға, мәғарифҡа бәйле һәм халыҡтың именлеген тәьмин иткәндәй программа-проекттарҙың тормошҡа ашырылыун көтөп ҡалам.