Сәйәсәт
22 Ноября 2021, 03:25

«Рәсәйгә ядро ҡоралы менән атһағыҙ ҙа була», — тип рөхсәт биргәндәр Германияға

Газета.Ru сайты, Рәсәй Оборона министрлығы мәғлүмәттәренә һылтанып яҙыуынса, АҠШ-тан алынған ядро ҡоралын үҙендә һаҡлаусы Германияға, НАТО, кәрәк икән, был ҡоралды Рәсәйгә ҡаршы ҡулланыу рөхсәт итә.

Добавить в предпочтительные источники Google

Альянсҡа ҡараған башҡа илдәрҙән айырмалы рәүештә Германияның Хәрби Һауа көстәре ядро ҡоралы булған ракеталарҙы үҙҙәренең истребителдәренә урынлаштыра ала. Шуға күрә, НАТО тап Германияға ошондай алымды ҡулланырға рөхсәт итә икән. Вәт. Германияға 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Советтар Союзының еңеүе аҡыл бирмәгән, күрәһең. Улар, йәнә НАТО ҡотҡоһона бирелеп, ҡоралланыу менән мауыға.

НАТО-ның бындай хәбәрҙәр менән ҡурҡытырға маташыуы Рәсәй етәкселеген дә яуап аҙымдары яһарға мәжбүр итә. РФ Президенты Владимир Путин үҙенең йыллыҡ мөрәжәғәтнамәләрендә йыл да илдәге ҡоралдар бөтә төр һөжүмдәрҙе туҡтатырлыҡ көскә эйә тип әйтә килә. Һәм Рәсәй Ҡораллы Көстәре яңынан-яңы ракеталарҙы уңышлы һынауын дауам итә. Әгәр Альянс беҙҙең ил менән һуғышҡа әҙерләнә икән, Ҡырымда һәм Белоруссияла Рәсәй ракеталары ҡуйылыуы бик ихтимал.

Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас