Сәйәсәт
30 Ноября 2021, 04:35

Теге икәү осрашырға йыйына

РФ Сит илдәр эштәре министрлығынан белдереүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин АҠШ Президенты Джо Байден менән осрашыуға әҙерләнә

Добавить в предпочтительные источники Google

Һүҙ, әлбиттә, күҙмә-күҙ осрашыу тураһында бармай. Әгәр ике яҡтар килешкән хәлдә, һөйләшеү онлайн форматта уҙасаҡ. Нисек кенә булмаһын ике ҙур держава етәксеһенең күрешеп һөйләшеүе, бөгөнгө ҡатмарлы заманда бик әһәмиәтле сәйәси ваҡиға буласаҡ. Әлегә Стокгольмда РФ сит илдәр эштәре министры Сергей Лавров һәм Америка Ҡушма Штаттарының дәүләт секретары Энтони Блинкен араһында һөйләшеү майҙансығы әҙерләнә.

Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас