Сәйәсәт
9 Декабря 2021, 10:06

Тағы бер осрашыу көтөлә

Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Америка лидеры Джо Байден ошо көндәрҙә үткән бәйләнештән һуң, яҡын арала тағы ла  һөйләшеү үткәрергә килеште. #Владимир Путин

Дәүләт башлығының матбуғат секретары Дмитрий Песков билдәләүенсә, әлеге ваҡытта илдәр лидерҙарының яңы бәйләнештәренең ваҡыты билдәләнмәгән. Әммә улар яҡын арала үтергә тейеш, тип өҫтәне Песков. Рәсәй Президенты Владимир Путин 7 декабрҙә Сочиҙа үҙенең резиденцияһынан Америка лидеры менән бәйләнешкә сыҡты. Был бәйләнеш Байдендың президент булғандан алып,  бишенсе булып тора. Осрашыу йомғаҡтары буйынса Рәсәй башлығы ярҙамсыһы Юрий Ушаков,  һөйләшеүҙәр асыҡтан-асыҡ, эшлекле характерҙа булыуы хаҡында һөйләне. Украиналағы хәл саммиттағы төп темаларҙың береһе булған.

Президенттар Икенсе донъя һуғышында Рәсәй һәм Ҡушма Штаттар ҡорбандары темаһын тикшерҙе. Бынан тыш, яҡтар киберенәйәтселеккә ҡаршы көрәш буйынса хеҙмәттәшлеккә үҙ-ара ҡәнәғәт булыуын  белдерҙе һәм  киләсәктә дипломатик миссияларҙың эшләүе тураһында һөйләште. Путин һәм Байден пандемия, климат һәм энергетика кеүек темаларға, шулай уҡ «Төньяҡ ағымы-2» газ үткәргесенә бәйле хәлгә ҡағылманы.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас