Ил Башлығы Һиндостанда ил премьер-министры Нарендра Моди менән эшлекле һөйләшеү үткәрҙе.
Нарендра Моди билдәләүенсә, бөгөн ике ил араһында хеҙмәттәшлек төрлө йүнәлештәр буйынса бара. Атап әйткәндә, космос һәм граждандар атом энергетикаһы буйынса. Ике илдең ҡораллы көстәре уртаҡ хәрби күнекмәләр үткәрә.
Мәскәү яҡын киләсәктә Һиндостан менән сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрен нығытыу яғында. Бөгөн ул күрһәткес 8,8 млрд. доллар тәшкил итә. Нарендра Моди был күрһәткесте 2025 йылға 30 млрд. долларга еткерергә кәрәк, тип һанай. Был йәһәттән осрашыуҙа конкрет пландар тикшерелде. Һөҙөмтәлә яҡтар 15 төрлө документҡа ҡул ҡуйҙы.
ФОТО:russian.rt.com