Сәйәсәт
16 Декабря 2021, 11:35

Путин менән Си Цзиньпин видеобәйләнеш аша һөйләшеү үткәрҙе

Ике илдең лидерҙары араһында башланған һөйләшеүҙәр барышында Ҡытай Халыҡ республикаһы башлығы, был осрашыу улар өсөн иҫәп буйынса 37-се булды, тип билдәләне. #Владимир Путин

Ул шулай уҡ Рәсәй Президентына ҡарата мөнәсәбәтен, уға «элекке дуҫ» булараҡ мөрәжәғәт итеп, асты. «Хөрмәтле президент Путин, элекке дуҫым, һеҙҙең менән 2013 йылдан бирле быйыл икенсе видеоконференция һәм иҫәп буйынса 37-се осрашыу уҙғарыуыбыҙға бик шатмын», - тине Си Цзиньпин.  Видеоконференция барышында Владимир  Путин Рәсәй менән Ҡытай араһындағы бәйләнеш, башҡа донъя илдәре өсөн өлгө булып тора тип юғары баһаланы. Ул шулай уҡ Ҡытай коллегаһы менән февралдә Пекинға сәфәре барышында осрашырға иҫәп тотоуын белдерҙе.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас