Ил башлығы был байрам сирек быуатҡа яҡын билдәләнә һәм граждандарҙың, илдең именлеге һағында торған хеҙмәткәрҙәргә хөрмәт күрһәтеү билгеһе ул, тине. Улар Рәсәйҙең суверенлылығын, конституцион тотороҡлолоғон һаҡлай, терроризм һәм экстремизм күренештәренә ҡаршы көрәшә, милли мәнфәғәттәребеҙҙе яҡлай.
Президент әйтеүенсә, халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙең ҡатмарлашыуы арҡаһында, бөгөнгө махсус хеҙмәттәргә айырыуса көсөргәнешле эшләргә тура килә. Йыл башынан ғына илдә 32 террор акты иҫкәртелгән. Бындай енәйәттәр әҙерләнә башлау менән асыҡлана һәм уларға ҡаршы көрәш ҡәтғи буласаҡ. Контрразведка бынан тыш коррупцион йүнәлештәге енәйәттәрҙе асыҡлауға ла етди иғтибар бүлә, социаль һәм дини низағтарға нигеҙ булмаһын өсөн тырыша.
Рәсәй биләмәһендә быйыл махсус операциялар барышында 23 бандит юҡ ителгән, 312 боевик ҡулға алынған, халыҡ-ара террористик төркөмдәрҙең 62 ойошмаһы асыҡланған һәм эшмәкәрлеге туҡтатылған. Законһыҙ рәүештә ҡорал етештереүсе 211 енәйәтсел төркөмдөң башлыҡтары һаҡ аҫтына алынған.