Сәйәсәт
23 Декабря 2021, 11:00

«Рәсәйҙе еңеп булмай, уны эстән генә тарҡатырға мөмкин»

ВВС корреспонденты Петр Козловтың һорауы оппозицияға ҡағылды.

«Рәсәйҙә Навальныйҙың штабы экстремистик тип билдәләнде. Күп кенә матбуғат баҫмалары сит ил агенттарына тиңләштерелде. Һуңғы йылдарҙа илдә нимәләр үҙгәрҙе? Ни өсөн оппозицион ағымдар артты?» — тине ул.

«Оппоненттар булды һәм буласаҡ. Рәсәйҙе ситтән килгән берәү ҙә еңә алмай. Уны тик эстән генә тарҡатыуҙары ихтимал. Быны быуаттар дауамындағы, шул иҫәптән СССР тарҡалған мәлдәге ваҡиғалар раҫлай. Кемделер ағыулау тураһында һүҙ алып бараһығыҙ. Был һорау буйынса әллә күпме тикшереүҙәр үткәрелде. Берәү ҙә бер кемде лә ағыуламаны. Ниндәйҙер енәйәт ҡылып, һуңынан сәйәсәт артына йәшеренеп, төрмәгә эләгеүселәр һәр ерҙә етерлек. Шулай ҙа беҙҙә ундайҙарға либераль закондар эшләй», тип яуапланы Президент.

Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас