Сәйәсәт
23 Декабря 2021, 11:20

Рәсәйҙе союздаш итеп күреү кәрәк

Sky News каналынан Диана Магни: «Һеҙ ысынлап та Украинаға һөжүм итергә йыйынмайһығыҙмы?» тип һораны.

Добавить в предпочтительные источники Google

«Беҙҙең ниндәйҙер аҙымға барыуыбыҙ үҙ-ара осрашып һөйләшеүҙәргә бәйле түгел. Барыһы ла Рәсәйҙең именлеген тәьмин итеүгә ҡайтып ҡала, — тине Владимир Владимирович. — НАТО-ны артабан көнсығышҡа үткәрмәйәсәгебеҙ хаҡында асыҡ белдерҙек. Беҙ ракеталарыбыҙҙы АҠШ сигенә ҡуймайбыҙ, киреһенсә, улар, беҙҙең тупһаға алып килеп баллистик ракета урынлаштыра. Әгәр Рәсәй Мексика сигенә үҙенең комплекстарын ҡуйһа, Америка быға нисек ҡарар ине икән? Хәҙер Украинаны ла НАТО составына индерергә уйлайҙар. Тимәк, унда хәрби базалар буласаҡ тигән һүҙ. Килешеүҙәрҙе күҙәтеү мөһим. Юғиһә осрашҡанда бер нәмә һөйләйһегеҙ, ә ишекте япҡас, үҙегеҙсә эшләйһегеҙ. Рәсәйҙе союздаш итеп күреү кәрәк. Дошман итеп түгел».

Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас