+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
31 Ғинуар 2022, 16:01

Путин Ҡытайға барырға йыйына

Пекинда Олимпия уйындары 4-нән 20 февралгә тиклем дауам итә. Рәсәй Президенты Владимир Путин Ҡышҡы уйындарҙы асыу тантанаһына барырға йыйына.

#ВладимирПутин

Унда ил етәксеһе башҡа илдәр етәкселәре менән осрашырға ниәтләмәй. Был хаҡта дәүләт башлығының матбуғат секретары Дмитрий Песков белдерҙе.
«Беҙ  тантананы ойоштороусыларҙың спортсылар өсөн, шулай уҡ ҡунаҡтар, рәсми кешеләрҙе лә индереп, мәжбүри рәүештә ҡаты сикләүҙәр индереүҙәрен хаҡында бер нисә ҡат билдәләнек. ҠХР рәйесе Си Цзиньпин менән тулы форматта осрашыуҙан башҡа, президент Путиндың графигында башҡа төрлө ике яҡлы осрашыуҙар юҡ», – тине президенттың матбуғат хеҙмәте етәксеһе.
«Ковидҡа бәйле сикләүҙәр арҡаһында бер ниндәй ҙә ике яҡлы осрашыуҙар ниәтләнмәй. Зеленский менән осрашыу ҙа планда юҡ. Шулай ҙа быны тулыһынса инҡар итә алмайбыҙ», – тип билдәләне Кремль вәкиле.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:
Читайте нас: