+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
10 Февраль 2022, 10:12

Путиндың Мюнхендағы телмәренә 15 йыл

Рәсәй Президенты  Владимир Путин 2007 йылдың 10 февралендә хәүефһеҙлек буйынса Мюнхен конференцияһында билдәле телмәре менән сығыш яһағайны.  #ВладимирПутин

Ул саҡта В. Путин  Америка Ҡушма Штаттарының алып барған тышҡы сәйәсәтен һәм бер полярлы донъя ҡоролошо идеяһын ҡаты тәнҡитләне. НАТО-ның яңынан яңы илдәргә күсеп, киңәйеүенә һәм  Көнсығыш Европа  илдәрендә Американың ракеталарын урынлаштырыу пландарына ҡырҡа ҡаршы сығыш яһағайны. Әлеге көндә, Австрияның элекке  Сит ил эштәре министры Карин Кнайсль,  2007 йылда Путиндың Мюнхен телмәрендә әйтелгән һүҙҙәрҙең хаҡ булып сығыуын таныны. Бынан һуң үткән ваҡыт арауығында донъяла хәлдәр тағы ла нығыраҡ ҡатмарлашты, тип белдерҙе К. Кнайсль.

     Мюнхен конференцияһы 1963 йылдан  алып ойошторола. Хәҙер был тиҫтәләгән илдәрҙең сәйәсмәндәре, дипломаттары, хәрбиҙәре, эшҡыуарҙары, фән һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре өсөн халыҡ-ара фекер алышыу майҙансығы булып тора. Конференция, ғәҙәттә, Баварияның баш ҡалаһы Мюнхендың тарихи үҙәгендә үтә. Бында  йомғаҡлау коммюникеһына һәм килешеүҙәргә ҡул ҡуйылмай, шул уҡ ваҡытта конференция донъя кимәлендәге сәйәсмәндәр һәм дипломаттар өсөн мөһим һәм сағыштырмаса нейтраль осрашыу һәм фекер алышыу урыны булараҡ билдәле.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: